Сочиҙа  XIII халыҡ-ара инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «Газпром» йәмғиәте араһындағы килешеүгә «Юл картаһы» раҫланды 22.09.2014

Бында һүҙ республика ойошмаларында юғары технологиялы продукцияларҙы файҙаланыуҙы киңәйтеү, шул иҫәптән сит ил тауарҙарын алыштырыуға йүнәлтелгән проект тураһында бара.

Документҡа Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән «Газпром» йәмғиәте идаралығы рәйесе Алексей Миллер ҡул ҡуйҙы. Юл картаһы «Газпром» предприятиеһы объекттарында ҡулланылған илдең һөҙөмтәле технологияларын, программа продукттарын, система һәм материалдар өлөшөн үҫтереү буйынса аныҡ

аҙымдарҙы күҙаллай. Проектты ғәмәлгә ашырыу республика ойошмаларына юғары технологиялы продукциялар етештереүҙе арттырырға, фәнни-техник һәм сәнәғәт мөмкинлектәрен үҫтерергә, сит ил ҡорамалдарын алыштырырға булышлыҡ итәсәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика