Сибайҙа цемент заводы төҙөлөүе ихтимал

Сибайҙа цемент заводы төҙөлөүе ихтимал 14.05.2016

Башҡортостандың көньяҡ райондары үҙәгендә яңы индустриаль парк ойоштороу тәҡдиме менән Ҡытай инвесторҙары сығыш яһаны.  Бөгөн эшҡыуарҙар менән Башҡортостан башлығы осрашты

Рөстәм Хәмитов Ҡытай партнерҙары башланғыстарын  хуплауы тураһында белдерҙе. Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн  административ кәртә ҡуйылмаясаҡ, эштәр республика етәкселегенең шәхси күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Экологик хәүефһеҙлек тә айырым иғтибар үҙәгендә.
Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Очень важно, что технология, используемая на этом предприятии будет самая современная. Это значит что не будет загрязнения атмосферного воздуха, не будет стоков, загрязняющих наши водные объекты. Наши граждане очень трепетно относятся к окружающей среде и,безусловно, будут задавать нам вопросы по поводу того, чтобы это предприятие было чистым».
Завод 200 миллион долларға баһалана. Тәүлегенә ул 5 мең тонна цемент етештереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Бынан тыш, индустриаль парк биләмәһендә кальцийланған сода, эзбиз, бетон һәм төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү күҙаллана. Инвесторҙар заводты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөргә вәғәҙәләй. Ҡытай Башҡортостандың төп эшлекле партнерҙары исемлегендә. Һуңғы ваҡытта ике яҡлы тауар әйләнеше 25 процентҡа артҡан.
Цзэн Айго, Сычуань ассоциацияһының рәсәй һәм бдб илдәрендәге рәйесе: «Сибайҙа индустриаль парк һәм  заманса технологиялар нигеҙендә цемент заводы төҙөү теләгебеҙ ҙур. Объектты ике йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырырырға ниәтләйбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика