ШОС һәм БРИКС илдәренең тәүге Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында файҙалы тәжрибә тупланған 17.12.2015

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың  Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы хөкүмәттәре етәкселәре советы ултырышында белдереүенсә,  ШОС һәм БРИКС илдәренең тәүге Бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында файҙалы тәжрибә тупланған.

Октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына  форумда ҡатнашыу өсөн 22 илдән 1400-ҙән ашыу кеше килгән. Улар араһында   Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, ЮАР, Ҡаҙағстан, Тажикстан,  Белоруссия, Бөйөк Британия, Канада, Италия, Сербия, Австрия, Мальта һәм башҡа илдәр бар ине. Бынан тыш Өфөгә Рәсәйҙең 51 төбәгенән рәсми вәкилдәр килде. Халыҡ-ара осрашыу һөҙөмтәләре буйынса эшҡыуарлыҡ тармағының абруйын күтәреү һәм бәләкәй бизнесты үҫтереүҙе тиҙләтеүгә йүнәлтелгән резолюциялар ҡабул ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика