Шос һәм Брикс илдәренең меңдән ашыу эшҡыуары ҡыштың тәүге көнөн Өфөлә ҡаршыланы 01.12.2016

Бөгөн баш ҡалала бизнес форум  асылды. Абруйлы сарала Рәсәйҙең 34 төбәгенән һәм тиҫтәнән ашыу сит илдән  делегаттар ҡатнаша.  Форум ике көн буйы дауам итә.  Уның сиктәрендә  түңәрәк өҫтәлдәр, фекер алышыу майҙансыҡтары,  килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.

Көньяҡ Африка эшҡыуарҙарының башҡорт балын тәмләп иҫе китте, татлы ла, шифалы ла, төрҙәре лә күп һәм оҙаҡ та һаҡлана. Баҡтиһәң,  уларҙа нәҙекәйбилдәр балды көнбағыштан ғына йыя һәм  алты аҙнанан һуң  ҡулланып  булмай икән, боҙола башлай.  Африкаға күстәнәскә башҡорт балы алына, ә  эшлекле һөйләшеүгә килгәндә ҡунаҡтарҙы авиация сәнәғәте өсөн  Башҡортостан яғыулығы ҡыҙыҡһындыра.  Улар үҙҙәре   лә биояғыулыҡ етештерә авокадо менән мангонан.
Чаук Филипп Джр, авиация компанияһының идарасы директоры: «Мин бында аэропорттарға яғыулыҡтың тура заводтан оҙатылыуын һәм бик юғары сифатлы булыуын ишетеп килдем. Ошо өлкәлә  хеҙмәттәшлек итеү ниәте бар».
Ә бына ҡытайҙар башҡорт балы тураһында ғына түгел,  халыҡтың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ла яҡшы хәбәрҙар. Хэйлунцзян провинцияһында милләттәштәребеҙ байтаҡ, хатта мосолман учреждениелары ла бар.  Уларҙы  күк төҫтәге алтаҡталар буйынса танып була. Ҡытайҙар күстәнәскә  ағас ҡалаҡ алырға уйлай, баҡтиһәң,  ҡытай балалары 4 йәшкәсә таяҡ урынына ҡалаҡ тота икән, тик мәрмәрҙән.  Был провинция Рәсәйгә яҡын, шуға уларҙы хеҙмәттәшлектең бөтә йүнәлештәре лә ҡыҙыҡһындыра.  
Шос һәм Брикс илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы икенсе тапҡыр  үтә. Был юлы урта һәм бәләкәй бизнесты борсоған бик күп проблемалар хаҡында  һүҙ бара,  отчет материалдарын кәметеү, документация буйынса үҙәкләштерелгән мәғлүмәти ярҙам, инфраструктураны яҡшыртыу, дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыу һәм башҡалар. Тауарҙы сит илдәргә сығарыуҙың да үҙ нескәлектәре бар.
Форумда  алыҫ сит илдәрҙән тыш , элекке союздаш республика вәкилдәре күп,  улар менән хеҙмәттәшлекте көйләү  айырыуса уңайлы. Әле тап  төбәктәр араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуға ныҡлы иғтибар бирелә.
Сара Башҡортостан эшҡыуарҙары  өсөн дә файҙалы. Күп кенә йүнселдәр яңы идеяларҙы тап ошонда таба йәки инвесторҙар менән таныша. Мәҫәлән, әле Ҡыйғылар крахмал етештереү ниәте менән яна, был уй былтырғы форумдан һуң тыуған.
Форум сиктәрендә бөгөн үк бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына алға китеп булмай,  яңы башланғыстарға нигеҙ һалыу өсөн башҡа төбәктәрҙең эш тәжрибәһе менән танышыу, фекер алышыу мотлаҡ.  Һәм  ҡануни документтар ҙа ошондай осрашыуҙарҙың һөҙөмтәләре, тәҡдимдәр  буйынса ҡабул ителә. Сарала
Шос һәм Брикс илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы  ике көн буйы дауам итә.  Былтыр сара күберәк танышыу, фекер алышыу форматында барһа, быйыл аныҡ  проекттар өҫтөнлөк итә. Иғтибар үҙәгендәге төр йүнәлештәр-ауыл хужалығы, франчайзинг,   йәш йүнселдәр иҫәбен арттырыу. Шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән уңышлы ҡануни һәм финанс  документтар буйынсча тәжрибә уртаҡлашыу ҙа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика