ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек барышы һәм Өфөлә транспорт тығындарын нисек кәметергә?

ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек барышы һәм Өфөлә транспорт  тығындарын нисек кәметергә? 29.08.2014

Бөгөн Өфөлә траспорт  ифраструктураһы һәм авия ташыуҙарға арналған кәңәшмә үтте. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Милхаил Бабич, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.  

Бөгөндән М-5 федераль трассаһындағы  бормалы юл саты асыҡ.   Элекке юл участкаһы иһә техник талаптарға яуап бирмәй.Сөнки Өфө эргәһендәге был майҙанда транспорт хәрәкәте көслө.  Яңыһы ике кимәлдә итеп һалынған. Төҙөүселәр әйтеүенсә, бормалы юл тәү сиратта халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итә һәм авариялар һанын кәметә. Икенсенән, уңайлылыҡ һәм тиҙлек. Юлсылар  башҡарылған эшкә гарантия ла  бирә.
Был күпер иһә Затон биҫтәһен Өфө менән тоташтырасаҡ.  Ул файҙаланыуға тапшырылыу менән баш ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн айырым күпер буласаҡ. Юлдарҙың һәр береһе өс һыҙатлы. Был иртәле-кисле сәғәттәргә һуҙылған тығындарҙы  юҡҡа сығарыр тип көтөлә. Проекттың  хаҡы 5 миллард һумға яҡын.
Транспорт системаһын яҡшыртыу хаҡында һүҙ  артабан  кәңәшәмәлә лә дауам итте.  Киләһе йыл Башҡортостанда юлдар һалыуға 10 миллиард  һум аҡса бүленәсәк. Уның төп өлөшө федераль бюджеттан.  Быйыл  финанслау күләме  6 миллиардтан ашыу. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  автомобиль трассаларынан тыш  ер аҫты юлын, йәғни үткәүел төҙөү мөмкинлеге лә барлана.
Бөгөн Башҡортостан менән Удмурт Республикаһы араһында транспорт инфраструктураһын яҡшыртыу  тураһындағы килешеүгә лә ҡул ҡуйылды.   Юл, транспорт мәсьәләренә иғтибар нигеҙһеҙ түгел. Башҡортостан киләһе йыл  Шос һәм Брикс илдәре саммитын ҡабул итергә әҙерләнә.  Унда  4 меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтәлә. Төп сара Конгресс хол бинаһында үтәсәк,  быйыл көҙ уны төҙөкләндереү тамамлана. Шулай уҡ Башҡортостан концерт залын, ҡунаҡханаларҙы әҙерләү бара.  Хәүефһеҙлек, туҡландырыу мәсьәләләре ҡарала. Михаил Бабич билдәләүенсә,  республиканың әҙерлеге элек  был сара үткән төбәктәрҙән күпкә юғары.
Хәрәкәт ер аҫтында, трассаларҙа ғына түгел, күк йөҙөндә лә бара. Бөгөн  шулай уҡ авиаташыуҙарға арналған ултырыш та үтте. Өфө аэропорты Волга буйы федераль округында ғына түгел, Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан иҫәпләнә.  Аэровокзалды төҙөкләндереү 2013-2017-се йылдарға иҫәпләнгән, проект хаҡы яҡынса  10 миллиард һумға яҡын. Төбәк авиайүнәлештәренә субсидиялар бүлеү хаҡында ла һүҙ барҙы, пассажирҙар әҙ йөрөгән һөҙөмтәһеҙ  маршруттарға хәҙер аҡса бүленмәй..
Киләсәктә аэропорттан Өфөгә ингән  күперҙе лә  яңыртыу ҡарала. Әле бында ике ҡоролма бар, уларҙың  береһе алты, икенсеһе ике һыҙатлы. Һуңғыһы үткән быуаттың уртаһында төҙөлгән һәм заман талаптарына яуап бирмәй. Ә бында иркен күпергә ихтыяж юғары, йылғаның икенсе ярында ике биҫтә, ҙур сауҙа үҙәктәре лә урынлашҡан. Бынан тыш, Өфө ике федераль трасса  сатында урынлашҡан берҙән-бер ҡала.  3 миллиард ярымға иҫәпләнгән проект әҙер, уны Рәсәй хөкүмәтенең раҫлауы ғына мөһим.
Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы булған был күпер күптән инде баш ҡаланың йөҙөнә әйләнгән.  Әммә төҙөүселәр әйтеүенсә, уны  һүтеү заман талабы. 58 йыл элек һалынған ҡоролманың  үткәреү мөмкинлеге бөтөнләй түбән, күпер аша йөк машиналары йөрөй алмай,  аңел автомобилдәр иһә бер-береһенән 10 метр алыҫлыҡта ғына  үтергә тейеш.  Яңы күпер иһә был йунәлештәге проблемаларҙы тулыһынса хәл итергә булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку