Шартлау террор ғәмәле тип баһалана 03.04.2017

Төньяҡ баш ҡалала өс көнлөк мәтәм иғлан ителгән.

Санкт-Петербургтағы шартлауға бәйле, Башҡортостан Башлығы һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаштыСанкт-Петербург губернаторы Георгий Полтавченко исеменә ебәрелгән рәсми телеграммала была тиелә:
«Башҡортостан Республикаһы һәм шәхсән үҙемдең исемдән Петербург метрополитенында һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Фажиғә тураһындағы хәбәр республика халҡының да йөрәген һыҙлатты. Беҙ Петербург халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ, һеҙҙең күңел яраһын һәм юғалтыу әрнеүҙәрен уртаҡлашабыҙ. Зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын, был ауыр сәғәттәрҙә  батырлыҡ, түҙемлек һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ. Беҙ тотош ил менән һеҙҙең менән бергә»,- тиелә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһында.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика