Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиттары йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыласаҡ 08.07.2015

Был турала Рәсәй Президентының рәсми сайтында хәбәр ителә.  

БРИКС илдәре лидерҙарының осрашыуында сәйәси һәм дөйөм идара итеү мәсьәләләре, тотороҡло үҫеште тәьмин итеү проблемалары, берекмә сиктәрендә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеү юлдары тикшерелә.  Саралар программаһында БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы дәүләт башлыҡтары ҡатнашлығында кәңәшмә, БРИКС-тың Эшлекле советы вәкилдәре менән осрашыу ҡаралған. Рәсәй Президенты БРИКС илдәренең профсоюз ойошмалары лидерҙары менән айырым әңгәмә үткәрәсәк. Саммит йомғаҡтары буйынса бер нисә документ ҡабул итеү планлаштырылған. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары советының көн тәртибендә - ойошманы артабан үҫтереү, уның халыҡ-ара ареналағы ролен нығытыу, мөһим донъя һәм төбәк проблемалары буйынса идара итеүҙе көйләү мәсьәләләре.  Лидерҙар документтар тупланмаһына, шул иҫәптән ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһына ҡул ҡуясаҡ.  Шулай уҡ Һиндостан менән Пакистанды ойошмаға ағзалыҡҡа ҡабул итеү тәртибенең башланыуы хаҡында ҡарар көтөлә.  Өфөлә Владимир Путиндың БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнашыусы сит ил дәүләт башлыҡтары менән ике яҡлы осрашыуҙары планлаштырылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика