Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ике яңы ағза, Пакистан һәм Һиндостан менән тулыланасаҡ

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ике яңы ағза, Пакистан һәм Һиндостан менән тулыланасаҡ 10.07.2015

Тейешле процедураны башлау тураһындағы ҡарар бөгөн үткән кәңәшмәлә ҡабул ителде. Ә бына Белорусияға күҙәтеүсе дәүләт статусы бирелде.

ШОС илдәре етәкселәренең көсөргәнешле эше Өфө декларацияһына ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Документта Рәсәйҙең ойошмаға рәйеслек итеү осорондағы дәүләт-ара эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм киләсәккә бурыстар билдәләнгән. 6 дәүләт етәкселәре кәңәшмәһендә шулай уҡ ШОСтың 2025 йылға тиклем үҫеш стратегияһы ҡабул ителде. Уға ярашлы   илдәр берҙәм фронт булып тотороҡло үҫеш яҡлы, был тәңгәлдә бөтәһе лә сауҙа, иҡтисади һәм сәйәси бәйләнештәрҙе нығытыуҙы хуплай. Шул уҡ ваҡытта ШОС һис тә үҙен башҡа илдәргә ҡаршы ҡуйыусы ойошма түгел, уны хәрби блок тип әйтеү бөтөнләй дөрөҫ түгеллеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Был һүҙҙәр Үзбәкстан лидерынан яңғырау үҙенә күрә символик. Сөнки ойошманың сираттағы рәйесе ул. Кәңәшмәлә ҡаралған башҡа мәсьәләләргә килгәндә, илдәр терроризм һәм наркотиктар әйләнешенә ҡаршы көрәш алып барырға теләк белдерҙе. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, ШОСтың бөтә ағзалары ла Бөйөк Еңеүҙең әһәмитен төшөрөүҙе, тарихи факттарҙы аңлы рәүештә хаталы итеп күрһәтеүгә ҡаршы. Һәм был фекер менән иҫәпләшмәү ҡатмарлы тиһәң дә була. Ойошма хәҙер инде 8 илде берләштерә. Бынан тыш Белоруссияға күҙәтеүсе ил статусын бирелде, ә
Әзербайжан, Әрмәнстан, Камбоджа һәм Непал диалог буйынса партнер итеп танылды.
Өфө декларацияһында ШОСты үҫтереү банкы һәм фондын булдырыу ниәте лә бар. Башланғыс сауҙа һәм инвестиция бәйләнештәрен нығытырға тейеш. Бынан тыш кәңәшмәлә ойошманың генераль сәркәтибе кандидаты ла раҫланды. Киләһе Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты 2016 йылдың сентябрендә Үзбәкстанда үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика