Шүлгәнташ мәмерйәһе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә 2018 йылда инеүе ихтимал 03.03.2016

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе белдерҙе.

Ойошма вәкилдәре Өфөгә республика етәкселеге саҡырыуы буйынса килгән. 2018 йылда Башҡортостандың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итә башлауына 20 йыл тула. Ошо уңайҙан Рәсәй һәм сит ил партнерҙары ҡатнашлығында республикала, Мәскәүҙә һәм Парижда рәсми саралар ойоштороу ҡарала.  Юбилейға «Башҡорт Уралы» мәҙәни-тәбиғи объектын ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү  күҙаллана. Әммә Рәсәй төбәктәрендә  мәртәбәле дәрәжәгә дәғүә итеүсе объекттарҙан оҙон сират теҙелеүе  был процессты тиҙ арала  атҡарып сығырға мөмкинлек бирмәй. Осрашыуҙа шулай уҡ яҡын киләсәктә Башҡортостанда ЮНЕСКО геопаркын һәм икенсе биосфер резерватын төҙөү мәсьәләләһе лә тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика