Санкциялар дауам итә, әммә эшләргә һәм йәшәргә кәрәк

Санкциялар дауам итә, әммә эшләргә һәм йәшәргә кәрәк 22.06.2015

Республикаға  хеҙмәттәшлек тәҡдиме менән Франция делегацияһы килде, бөгөн ҡунаҡтар  Республика Хөкүмәте етәкселеге, эшлекле даирә вәкилдәре, журналистар менән осрашты. Әйткәндәй,  һуңғы ваҡытта ғына  Евросоюз вәкилдәренең был Башҡортостанға икенсе сәфәре, күптән түгел Дания делегацияһы булып киткәйне.

Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы  илсеһе Жан-Морис Рипер белдереүенсә, француздар республика менән хеҙмәттәшлек яҡлы. Ике яҡтың бәйләнештәре совет осоронан уҡ килә,  әле  берлектәге өс предприятие эшләй.  Былтыр илдәр араһындағы тауар әйләнеше 74,8  миллион америка доллары менән иҫәпләнгән, йыл башынан күрһәткес 40 процентҡа кәмегән,  был  сәйәси майҙандағы ваҡиғалар менән бәйле. Башҡортостан Францияға нефть продуктары, химия сәнәғәте тауарҙары, ағас оҙата. Сит илдән беҙгә күберәк көнкүреш тауарҙары сығарыла. Айырыуса Өфөлә францияның сауҙа селтәрҙәре күп. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре тауарҙары килтереү түгел,  ошо исем аҫтында Республикала етештереүҙең өҫтөнлөгөн билдәләне.
Жан-Морис Рипер, Францияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе:
«Беҙ Республикаға ҙур делегация менән килдек, был үҙе үк Француздарҙың  Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә  ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтеүен  иҫбатлай. Беҙгә иҡтисади яҡтан көслө, үҫешкән Рәсәй кәрәк, сөнки был ил төп партнерыбыҙҙың береһе булып тора. Ҡайһы бер   компанияларҙың Рәсәйҙәге эске тауар әйләнеше Франциялағынан да артығыраҡ».
Киләсәктә төп хеҙмәттәшлек  тармағы итеп  ауыл хужалығы ҡарала, был тәңгәлдә малсылыҡ, үҫемлекселек йүнәлешенә иғтибар бирелсәк.  Йәғни Франция республикаға сортлы орлоҡтар һәм тоҡомло малдар тәҡдим итергә ниәтләй, тәжрибә  электән бар. Башҡортостандың бер нисә хужалығында был илдән ҡайтарылған  лимузин һәм монбельярд  малдары  бар, уларҙың ауырлығы  1 тоннанан ашып китә.  Француздар Республиканан ҡаҙ мамығы һатып алырға теләй.
Николай Коваленко, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры: «Ҡунаҡтар араһында  тупраҡ эшкәртеү һәм мал аҙығы  әҙерләү техникаһын эшләүсе предприятие вәкилдәре  лә бар.  Беҙ уларға  был ауыл хужалғы техникаһы төрҙәрен Башҡортостанда   йыйыу тәҡдимен индерергә уйлайбыҙ, Стәрлетамаҡтың   «Агротехсервис» йәки «Башсельхозтехника» предприятиеһында эшләү  ммөкинлеген ҡарарға була».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика