Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисад форумы дауам итә 19.06.2015

Бөгөн   Башҡортостан Башлығы  Рәсәйҙең инновациялы төбәктәр ассоциацияһы ағзаларының дөйөм йыйылышында ҡатнашты.  

Рөстәм Хәмитов  яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы, финанс секторы, машиналар эшләү һәм башҡа компания етәкселәре һәм милекселәре менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.  Бынан тыш, Башҡортостан Хөкүмәте форумда  бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул Рәсәйҙең технологик үҫеш фонды һәм AVG Capital Partners инвестиция компанияһы араһындағы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота.  Һуңғыһы Башҡортостанда орлоҡто тәрән эшкәртеү комплексын төҙөүгә йүнәлтелгән.  Республиканың Үҫеш корпорацияһы   X5 Retail Group менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.  Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы  Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Фекер алышыу барышында республикала агросәнәғәт комплексындағы ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Төбәктә ауылды яңыртыу буйынса төп эш принциптары хаҡында һүҙ алып барғанда, Рөстәм Хәмитов республикалағы агропредприятиеларҙың етештереү күләменең түбән булыуын билдәләне - йылына бер кешегә 700-800 мең һум. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры, үҙ сиратында, республикала күрһәткестәрҙең юғары булыуын, төбәкте Ауыл хужалығы министрлығы кимәлендә өлгө итеп ҡуйыуын билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика