Саммиттарҙа яуланған бейеклекте юғалтырға ярамай

Саммиттарҙа яуланған бейеклекте юғалтырға ярамай 14.07.2015

Был турала бөгөн Республика  башлығы журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Матбуғат конференцияһы 1 сәғәт ярым дауам итте, барлығы ике тиҫтә самаһы һорау яңғыраны. Төп һорауҙар  ШОС һәм БРИКС саммитарына ҡағыла.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  саммиттар бик юғары кимәлдә үткән.   Рәсәй Президенты ла, Шос  һәм Бриксҡа ингән башҡа дәүләттәрҙең башлыҡтары ла  һоҡланыуҙарын белдерҙе, тине Республика башлығы.  Ваҡ етешһеҙлектәргә килгәндә инде уларҙан драма яһарға кәрәкмәй, ә бөтөрөү өҫтөндә эшләү талап ителә.  Алда ла ҙур маҡсаттар тора, донъя кимәлендә танылыу инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән   яңы мөмкинлектәр аса. Саммит ваҡытында уҡ Башҡортостан менән бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса тәҡдимдәр булған.
Был аҙнала Рөстәм Хәмитов республикаға етәкселек итеүенә биш йыл тула, ул үҙенең эш осоронда төп ҡаҙаныш тип тап  ШОС һәм БРИКС саммиттарын ойоштороуҙы атаны. Республика башлығы 3 йыл элек  халыҡ-ара сараларҙы Өфөлә үткәреү ниәте менән сыға. Әлбиттә килешмәүселәр ҙә була, әммә Ил Президенты Владимир Путин тәҡдимде хуплай.  Шулай уҡ   эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап   «Башнефт»тең акцияларын республикаға ҡайтарыуҙа тарихта булмаған хәл  һәм ҙур уңыш тип белдерҙе. Киләсәккә маҡсаттар ҙа күп, мәҫәлән Затон күперенең икенсе сиратын төҙөү    талап ителә.  Обьект федераль программаға эләкмәгән,  республика  ҡаҙнаһынан финанслана, төҙөлөштө киләһе йыл тамамлау ҡаралған.  ШОС һәм БРИКС саммитары менән бәйле төҙөлөш эштәренә килгәндә,    эшселәр  хеҙмәт хаҡын   тулыһынса алырға тейеш.   Кешегә  тейешле эш хаҡын түләмәү  енәйткә тиң, тине Республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика