Саммиттарҙа ҡатнашыу өсөн бер нисә минут элек Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин Өфөгә килде

Саммиттарҙа ҡатнашыу өсөн бер нисә минут элек Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин Өфөгә килде 08.07.2015

Азия иле лидерын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы беҙҙең төбәк өсөн эшмәкәрлектең күп тармаҡтарында ышаныслы сауҙа партнерҙарының береһе булып тора. Иҡтисад тураһында һүҙ йөрөткәндә, Ҡытай менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 700 миллион долларға  еткән тиерлек. Ҡытай компаниялары Башҡортостанда күптән билдәле. Ҡытайҙың «Хуавэй» компанияһы элемтә сараларын сығарыу буйынса  берлектәге тәүге предприятиены 20 йыл элек үк асҡан. Был яҡтан байтаҡ тәжрибә тупланған. Хәҙер Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Бөгөн тиҫтәнән ашыу берлектәге инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырылыу кимәлендә, уларҙың алдағы ике-өс йылда эшләй башлауы ихтимал. Улар араһында -  Ишембайҙың «Ишсталь» предприятиеһында йылына 300 мең тонна металл етештереү ҡеүәтенә эйә ҡорос прокаты заводын, «Чжонгэ Импорт Экспорт Трэйд» компанияһы менән берлектә сауҙа-логистика үҙәген төҙөү, «Хайчен Нефтемаш» компанияһы менән бергә нефть-газ ҡорамалдарын етештереү. Шулай уҡ агросәнәғәт һәм фәнни-техник өлкәләрҙә бер нисә проект әҙерләнә. Былтыр көҙ шулай уҡ Ҡытайҙа Башҡорт балы магазины эшләй башланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика