«Саммитҡа  тиклем -100 көн» 03.04.2015

Башҡортостан Республикаһы министры, ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы  ошо исем аҫтында үтте. Руслан Мирсаяпов журналистарҙы  сит ил ҡунаҡтарын  ҡаршылыу өсөн  Өфөлә башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Республикала ике йыл эсендә саммит ойоштороу өсөн мөһим эштәр үтәлде, тип белдерҙе министр. Бөгөн дә әҙерлек планға ярашлы бара, тип ышаныс менән әйтергә була.

Белгестәр иҫәпләүенсә, Өфөгә саммитарға  ете меңгә яҡын ҡунаҡ килеүе көтөлә. Ил башлыҡтарын,  делегаттарҙы, ярҙамсыларҙы һәм сит ил ил матбуғат саралары вәкилдәрен  ҡабул итеү өсөн  Башҡортостандың бөтә ҡунаҡханалары  һәм отелдәре  әҙер. Офис-төркөм директоры белдереүенсә, саммиты ойоштороу һәм үткәреү өсөн 9  миллиардҡа яҡын аҡса бүленгән. Уларҙың  600 млн һумы июлдә эшлекле һәм сәйәси тормош үҙәгенә әүереләсәк  Конгресс-хол бинаһын  реконструкциялауға бүленгән. Ошо уҡ күләмдәге сумма халыҡ-ара «Өфө» аэропорты терминалын  үҙгәртеп ҡороуға ла  йүнәлтелгән. Бынан тыш  федераль сығанаҡтарҙан  2 миллиард һум  - аэродромды заманса йыһазландырыуға һәм Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыуға киткән. Сығымдарҙың 6 миллиардтан ашыуы ҡунаҡхана комплекстары төҙөлөшөнә һалынған.
Руслан Мирсаяпо, Башҡортостан республикаһы министры: «Мөһим сарала ҡатнашыусыларҙы  һеҙ Рәсәй Федерацияһының Башҡорт иленә - Өфө ҡалаһына  килдегеҙ тип  ғорурланып тәбрикләйәсәкбеҙ. Беҙҙә уларға күрһәтерлек нәмәләр күп».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика