Салауат Харрасов Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыуын дауам итәсәк 27.11.2014

Уның кандидатураһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының бөгөнгө ултырышында раҫланды. Көн үҙәгендә 2015-2017 йылдарға бюджетты ҡабул итеп, закондарға төҙәтмәләр индерелде.  

Шулай итеп, республиканың төп финанс документы ҡабул ителде. Уға ярашлы, дефицит 15 миллиард һум тәшкил итәсәк. Әммә социаль тармаҡты финанслау кәметелмәйәсәк, тип белдерҙе Бюджет, һалымдар һәм инвестициялар буйынса комитет етәксеһе Рузалиә Хисмәтуллина.
Рузалиә Хисмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалымдар һәм инвестиция сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе: «Бюджеттың килем өлөшө түбәнәйеүе федераль кимәлдә ҡабул ителгән Һалымдар кодексындағы үҙгәрештәргә бәйле. Билдәле булыуынса, Рәсәй Хөкүмәте сеймал, нефть һәм газ продукттарына акциздар ставкаһын үҙгәртергә тигән ҡарар сығарҙы».
Башҡа мөһим үҙгәрештәргә килгәндә, Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты шәхси автомобилдәрҙе эвакуациялау тураһындағы законға үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итте. Уға ярашлы, хәҙер транспорт сараһы махсус туҡталҡаға алынһа, был турала уның хужаһына хәбәр ителергә тейеш. Бынан тыш, штраф күләме лә үҙгәрә. Артабан ваҡытлыса, йә оҙайлы туҡтау тыйылған урындан эвакуацияланған автомобилдәрҙе махсус урында тотоуҙың тәүге 12 сәғәте бушлай буласаҡ. Әгәр ҙә автоһәүәҫкәр тимер ат эвакуаторға тейәлгән ваҡытта килеп өлгөрә икән, ул тик эвакуатор хеҙмәте өсөн генә түләп, автомобилен кире ҡайтара ала. Бөгөн ҡабул ителгән закондар араһында эскелеккә ҡаршы йүнәтелгәне лә булды. Уға ярашлы, хәҙер муниципаль совет депутаттары ҡарар нигеҙендә ауыл биләмәләрендә алкоголь эсемлектәрҙе һатыуҙы тыя ала. Ауыл хужалығына килгәндә, тармаҡтың ауыр климатик шарттарҙа эш алып барыусы предприятиеларына субсидияларҙы арттырыу ҡаралған. Был бигерәк тә Урал аръяғы аграрийҙарына ҡағыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика