Саҡмағош районының «Базы» хужалығы комбайндары һуңғы гектарҙарҙа иген ура

Саҡмағош районының «Базы» хужалығы комбайндары һуңғы гектарҙарҙа иген ура 20.08.2016

Ошо көндәрҙә улар ураҡты тулыһынса тамамларға иҫәп тота. Хужалыҡ механизаторҙары үҙ -ара ярыш та ойошторған. Кем иң күп ашлыҡ йыя? Алдынғы хеҙмәтсәндәр  менән Рөстәм Хәмитов та осрашты. Республика етәксеһе комбайнға  ултырып быйылға уңышты йыйыуға үҙ  өлөшөн дә индерҙе.

Был медицина креслолары ҡайһы берәүҙәр өсөн йәшәү сығанағы. Бөйөр сирҙәре менән яфаланыусылар ҡанын таҙартыу өсөн гемодиализ үҙәгенә аҙнаһына өс тапҡыр килергә мәжбүр. Дүрт сәғәткә һуҙылған процедураны үтмәйенсә улар тулы көсөнә йәшәй алмай. Элек пациенттар ҡан таҙартыу өсөн баш ҡалаға йөрөп аҙапланһа, Кушнаренкола барлыҡҡа килгән гемодиализ лабораторияһы хәлде күпкә яҡшыртҡан.
Кушнаренколағы диализ үҙәге Кушнаренко һәм Саҡмағош районынан 19 кешене хеҙмәтләндерә. Республика етәксеһе бындай үҙәктәргә мохтажлыҡ менән ҡыҙыҡһынды. Белгестәр әйтеүенсә, республикала әле ун һигеҙ ойошндай үҙәк барлыҡҡа килгән һәм яһалма бөйөргә мохтаждар өҙлөкһөҙ  медицина ярҙамы ала. Рөстәм Хәмитов райондың аҙыҡ түлек сәнәғәте менән дә ҡыҙыҡһынды. Иҫке Ҡурмаш ауылында эш башлаған кондитер цехы эшмкәрлеге менән танышты.
Бында 15 төр прәник, 5 төр печенье һәм мармеладтар етештерәләр. Продукция күрше республикаларға ла оҙатыла. Уның ҡарауы үҙебеҙҙең магазин кәштәләрендә сит өлкә ризыҡтары. Рөстәм Хәмитов ауыл кибетенә инеп Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек ассортименты менән ҡыҙыҡһынды.
Ә бит үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтар күпкә сифатлыраҡ һәм арзаныраҡ та.  Рөстәм Хәмитовҡа Саҡмағош районының һөт заводында асылған яңы линия эшен күрһәттеләр. Цехтарҙа һөт ризыҡтарын яңыса ҡаптарға ҡоялар. Стерилизаторҙар минутына 7200 литр һөт эшкәртеү ҡеүәтенә эйә.
Саҡмағошта Рөстәм Хәмитов ураҡ барышы менән дә ҡыҙыҡһынды. Тотош республикала иң алдынғыларҙың  береһе- ,,Базы,, хужалығында комбайндар һуңғы гектарҙарҙа ураҡ эштәре башҡара. Уңыш йылдың ҡоро килеүен иҫәпкә алғанда ярайһы уҡ яҡшы.
Комбайнсылар бында үҙ-ара ярыш та ойошторған. Һәр меңенсе центнер һайын техникаға бер йондоҙ йәбештерәләр. Рәүеф Ғәүмәров   үҙ алдына егерме мең центнер урыу маҡсаты ҡуйған. Әле комбайн бортында ун туғыҙ   йондоҙ былҡый. Егерменсеһен алырға бер нисә гектар ғына ҡалған. Шәхси рекорд ҡуйыуҙа  Рөстәм Хәмитовтың да өлөшө бар. Республика башлығы бер аҙға  алдынғы комбайнсының ярҙамсыһы ролен үтәне.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Саҡмағошта каток төҙөлөшөн дә ҡараны. Район үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк спорт майҙансығында әле боҙ һыуытыу системалары урынлаштырыла. Төҙөлөш октябрь баштарында  тамамланырға тейеш. Каток ҙур хоккей талаптарына яуап бирә һәм киләсәктә бында күләмле чемпионаттар уҙғарыу мөмкинлеге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика