Әсәләргә – миҙал 21.10.2016

Бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда бер төркөм гүзәл заттарға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Дәүләт наградаһына биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Тантанаға йыйылыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне.

Бөгөн республикала күп балалы 35 мең  ғаилә иҫәпләнә. Байрамға саҡырылыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре һәм хужабикәләр бар ине. Улар кем генә булып эшләмәһен барыһын да бер уй, бер хәстәр - балаға һөйөү, әсәлек ҡиммәттәренә тоғролоҡ берләштерә. Тантанала билдәләүенсә, Башҡортостан тыуым күрһәткестәре буйынса ыңғай динамика күҙәтелгән төбәктәр исемлегендә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм сабыйҙарҙың сәләмәтлеге дәүләтебеҙҙең төп хәстәрлеге булып тора. Шуға ла бала табыусы әсәләрҙең сафы ла ишәйә. Әйтәйек, Әбйәлил районынан ғына «Әсәлек даны» миҙалы менән туғыҙ гүзәл зат бүләкләнде.
Республикала биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә дәүләт наградаһы 1998 йылда булдырыла. «Әсәлек даны» миҙалына сәләмәт тормош алып барған, бала тәрбиәләүҙә өлгө булып торған күп балалы әсәләр тәҡдим ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика