Әсә ҡарынынан тура телевизорға 15.06.2017

Өфөлә яңы ғына тыуған сабыйын күтәреп сыҡҡан атай Владимир Путин менән тура бәйләнешкә эләкте. Бындай билдәлелек тураһында эстрада артистары ла хыяллана алмай. Ә  икенсегә атай булған Артем Сухарев  һәм уның яңы тыуған улы Михаил тураһында бөтә үҙәк телеканалдар һәм интернет сәхифәләре һөйләй. Нисек улай килеп сыҡҡан һәм тотош илгә билдәле сабый үҙен нисек тоя?

Яҡты донъяға тыуып та өлгөрмәгән, әммә уны  бар Рәсәй халҡы таный. Әсә ҡарынын яңы ҡалдырған сабый ғына артистар хыялланырлыҡ билдәлелекте аңламай. Ә бит уны хәҙер Путин үҙе белә. Кескәй Михаил икенсегә уллы булыу бәхетен кисергән атаһы менән көтмгәндә тура эфирға эләгә.
Михаил Сухаревтар ғаиләһендә көтөп алынған бала. Ҡустыһын   бигерәк тә өс йәшлек ағаһы Георгий көттө, ти Артем. Әле яңы тыуған сабый, операция юлы менән алынһа ла, үҙен яҡшы тоя һәм татлы әүен баҙарында.
Яңы тыуған балаһын күтәргән Артем клиник госпиталь хеҙмәткәре Руслан Ғарифуллиндың Рәсәй Президентына тура эфирҙа һорау биргән ваҡытта эләгә. Табип ил башлығынан «Әсәлек капиталы» тураһында һорашты.
Владимир Путин яуабында икенсе бала өсөн бирелгән дәүләт ярҙамы «Әсәлек капиталы»ның мөһим роль уйнауын билдәләне. Программаның ниндәй формала дауам ителәсәге  яҡын арала хәл ителәсәк, тине ил башлығы.
Әйткәндәй, ил башлығына оҙатылған һорауҙар буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала лидерҙар рәтендә. Халыҡты башлыса социаль, иҡтисади, коммуналь  мәсьәләләр һәм көнкүреш һорауҙары борсой. Президент менән тура бәйләнеш дүрт сәғәт дауам итте. Ошо ваҡыт эсендә Путин 73 һорауға яуап бирҙе. Мөрәжәғәттәр төрлөсә. Тышҡы сәйәсәттән алып шәхси проблемаларға тиклем. Әйткәндәй, уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, тине ил башлығы. Хәйер, төбәктәрҙә  күп кенә мәсьәләләр тура бәйләнеш тамамланғасы уҡ хәл ителә башлағайны инде. Тағы ла ошондай саралар ойоштороласаҡмы  тигән һорауға президент булһа тик тура ғына буласаҡ, тип яуапланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика