«РИА Новости» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә үтәсәк БРИКС илдәре саммитында ошо ойошмаға ингән илдәрҙе үҫтереү банкының рәйесе һәм уның урынбаҫарының кандидатуралары билдәле буласаҡ 26.02.2015

25 февралдә Федерация Советы БРИКС  илдәрен үҫтереү банкын булдырыу тураһында килешеүҙе ратификацияланы. Был килешеүгә 2014 йылдың йәйендә Бразилияның Форталеза ҡалаһында ҡул ҡуйылғайны. Банктың алдан билдәләнгән капиталы 100 миллиард доллар тәшкил итәсәк.

Банк БРИКС дәүләттәрендә инфраструктура проекттарын финанслау өсөн булдырыла. Агентлыҡ хәбәр итеүенсә, илдең 2015 йыл бюджетында банк капиталына күсереләсәк аҡса ҡаралған да инде. Күҙалланыуынса, ете йыл дауамында Рәсәй төҙөлгән ойошма иҫәбенә 2 миллиард доллар индерәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Халыҡ-ара БРИКС илдәре саммиты  8-10 июлдә Өфөлә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика