Республиканың еңел авиацияһына конкурент булырҙай төбәк юҡ 01.02.2017

Был төр спорт буйынса илдең йыйылма командаһының төп өлөшө Башҡортостан пилоттары. Рөстәм Хәмитов бөгөн  еңел авиация  спорты буйынса донъя чемпиондары Әлфиә һәм Максим Семеновтар менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов еңел авиацияны ауыл, урман хужалығында, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә  ҡулланыу мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ осрашыуҙа Башҡортостанда еңел авиация спортын тағы ла киңерәк йәйелдереү, төбәктә чемпионаттар уҙғарыу мөмкинлеге барланды. Максим Семенов әйтеүенсә, республикала бындай шарттар тыуҙырылған һәм халыҡ-ара кимәлгә сығыу киләсәккә ҡуйылған маҡсат.

Семеновтар ғаиләһе чемпиондар исемен 17 илдән 92 борт араһында еңеп яулай. Еңел авиация спорты буйынса 15-се донъя чемпионаты Бөйөк Британияла үткән. Быйыл иһә улар Европа чемпионатына Венгрияға сығырға иҫәп тоталар. Еңел авиация спорты ҡиммәт шөғөл булғанлыҡтан уның менән мауығыусылар үтә күп түгел. Рәсәйҙә үҙ самолеттары, автожир һәм делтапландары менән алтмыштан ашыу команда иҫәпләнә. Шулай ҙа конкуренция бар, ти Максим. Әммә Башҡортостан спортсыларына әле етеүселәр юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика