Республикала конкурентлыҡты үҫтереү стандарты индерелә 15.04.2016

Был яңылыҡтың үҙенсәлектәре бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә лә тикшерелде.

Осрашыуҙа Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең контроль-финанс идаралығы етәксеһе Владимир Мишеловин билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү  һәм  инвестиция  климатын яҡшыртыу өсөн тәү сиратта  конкурентлыҡты арттырыу мотлаҡ. Бының өсөн бер йүнәлештә эшләгән предприятиеларҙың күберәк булыуы мөһим, улар артҡан һайын  етештерелгән продукцияның сифат өсөн көрәш тә көсәйәсәк. Был баҙар шарттарында ҡулланыусыларҙы юғалтмау, үҙ урыныңды һаҡлап ҡалыу өсөн бик мөһим. Башҡортостанға килгәндә Республика дәүләт заказдарының асыҡлығы буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй.  Әле конкурентлыҡ стандартын индереү буйынса ла әүҙем эш алып барыла, норматив-хоҡуҡи актар  ҡабул ителә. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министрлығы муниципаль берәмектәр менән стандарттарҙы индереү буйынса килешеү төҙөгән.  Конкурентлыҡ дөрөҫ йүнәлештә үҫешһә иҡтисади күтәрелешкә этәргес яһаясаҡ, ти белгестәр.
Владимир Мишеловин, монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең контроль-финанс идаралығы етәксеһе: «Конкурентлыҡ буйынса стандарт 2012 йылдан ошо  йүнәлештә эшләп килгән программа урынына индерелә.  Стандарттар йәшәйештең бөтә тармаҡтарына ла ҡағыла. һәр бер өлкәлә  сифатҡа өлгәшеү өсөн конкурентлыҡ  булырға тейеш. Сөнки тап ошо һыҙат үҫештең нигеҙе булып тора.  Үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау бер урында туҡталып ҡалыуға килтерә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика