Республикала ирекле халыҡ дружиналары тергеҙелә 19.05.2015

Был туралағы закон проектын, «Граждандарҙың йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашыуы тураһында» федераль законға нигеҙләнеп, Башҡортостан парламенты депутаттары әҙерләй.

Бөгөн яңы закон проекты Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 28 майҙа үтәсәк ултырышының көн тәртибенә индерелде. Был турала ҡарар Президиум ултырышында ҡабул ителде. Проектта билдәләнеүенсә, республикала халыҡ дружиналары штабы  төҙөү күҙаллана. Законда шулай уҡ яңы ойошма хаҡында положение һәм дружинниктарҙың атрибуттары ла раҫлана.
Дөйөм алғанда, алдағы ултырышта депутаттар 50-нән ашыу хоҡуҡи документ тикшерергә ниәтләй. Улар араһында Бөйөк Ватан һуғышы ватерандарының социаль хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттар ҙа бар.  Республикала халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында закондың 7-се статьяһына тәҡдим ителгән үҙгәреш өлкән яугирҙарға яңы хоҡуҡтар бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика