Республикала үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар кәмегән

Республикала үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар кәмегән 19.05.2016

Бында  психологик һәм психиатрик ярҙам хеҙмәттәре менән эшләү  үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаған. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.  Республика етәксеһе Өфөлә барған социаль психиатрия һәм наркология  буйынса милли конгрессты ойоштороусылар менән осрашты. Фекер алышыу барышында төбәк башлығы   психик ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән  эштәр менән таныштырҙы. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы менән артабанғы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.    

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле Мэтт Мьюджин үҙ сиратында Башҡортостанда психик сирҙәр менән яфаланыусылар өсөн юғары класлы үҙәктәр эшләп килеүен билдәләне. Бынан тыш, ул урындағы белгестәргә алдынғы алымдарҙы үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.    
Мэтт Мьюджин, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының психологик  сәләмәтлек программаһы етәксеһе: «Республикала күргән ҡайһы бер психиатрик ярҙамды мин юғары кимәлдә тип баһалар инем.      Айырыуса невротик үҫештәре боҙолған пациенттарҙы дауалау яҡшы кимәлдә ойошторолған. Бында ауырыуҙар өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Бер үҙ менән әйткән дә төбәктәге  психиатрик хеҙмәт Көнсығыш Европала иң яҡшыларҙың береһе».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика