Республикала быйыл исемле һайлау участкалары ойошторолдо

Республикала быйыл исемле һайлау участкалары ойошторолдо 14.09.2014

Уларҙың береһе данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатов исеме  менән аталды. Ул яугир яҡташыбыҙҙың тыуған төйәге Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында урынлашты.

М. Шайморатов исемендәге һайлау участкаһы законға ярашлы иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды. Бынан алда һайлау комиссияһы ағзалары бюллетендәрҙе тикшерҙе. Шайморатов һайлау участкаһында 719 кеше теркәләгән, шуға ҡарамаҫтан 727 бюллетень әҙерләнгән. Гражданлыҡ бурысын үтәргә тәүгеләрҙән булып, ғәҙәттәгесә, оло быуын вәкилдәре йыйылды. Хеҙмәт ветераны Әфҡәт Ниғмәтәллин һайлау участкаһына сәғәт етелә үк килгән.
Шайморат ауылында ете йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә, шуларҙың 35-е өйҙә тауыш биреү өсөн алдан хәстәрлек күргән. Улар башлыса ололар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, сирлеләр. Бындай категориялы граждандар өсөн ике күсмө йәшник әҙерләнгән. Халыҡ һайлауҙарға йылдам ағыла. Участка асылыуға ярты сәғәт үтте тигәндә, 20  кеше үҙ гражданлыҡ  бурысын үтәне.
Ҡырмыҫҡалы районынында барлығы 48 һайлау участкаһы ойошторолған. Ғөмүмән, республикала уларҙың һаны өс меңдән ашыу. Улар киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку