Республикала Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан журналистары өсөн пресс-тур ойошторолдо

 Республикала Бразилия, Һиндостан, Ҡытай һәм Ҡаҙағстан журналистары өсөн пресс-тур ойошторолдо 26.06.2014

Биш көн дауамында сит ил журналистары 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек барышы менән таныша. ШОС һәм БРИКС илдәре матбуғаты вәкилдәренә Өфө буйлап экскурсия уҙғарылды, улар бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды.

Биш көн дауамында сит ил журналистары 2015 йылда Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына әҙерлек барышы менән таныша. ШОС һәм БРИКС илдәре матбуғаты вәкилдәренә Өфө буйлап экскурсия уҙғарылды, улар бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды.

Сит ил ҡунаҡтары шулай уҡ республиканың тәбиғи ҡомартҡылары, иҫтәлекле урындарын да фотоға төшөрә. Ҡыҫҡаһы, пресс-турҙа ҡатнашыусыларға республиканың инвестиция, сәнәғәт һәм туристик ҡеүәттәрен баһалау өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған. Уларҙың ҡайһы берҙәре Башҡортостан тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты ла инде.
Юэ Ляньго, Ҡытайҙың «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе: «Саммит алдынан һеҙҙә бик күп ҡунаҡханалар төҙөлөүе, юлдар төҙөкләндерелеүе тураһында ишеттем. Халыҡ-ара сара уңышлы үтер һәм ул һеҙҙең төбәктең үҫешенә ыңғай йоғонто яһар, тип уйлайым».

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку