Республика Үҙәк һайлау комиссияһының 130-сы ултырышында территориаль һайлау комиссияларын  төҙөүгә йомғаҡ яһалды 14.12.2015

Комиссияларҙы ойоштороу ошо йылдың 15 октябрендә башланғайны. Ул саҡта Үҙәке һайлау комиссияһы республика биләмәләрендә эш итеүсе территориаль комиссияларҙың исемлеге һәм уларҙың составын раҫланы.

Улар барлығы 69. Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, 2015 йылда вәкәләттәре тамамланыусы 64 комиссияны ҡайтанан төҙөү буйынса  тәҡдимдәр йыйыу иғлан ителде. 19 октябрҙән 17 ноябргә тиклемге осорҙа 12 сәйәси партиянан  612 урынға барлығы 670 тәҡдим килгән.  Бөтә кандидатуралар ҙа Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Мәғлүмәт үҙәге тикшереүен үткән. Һөҙөмтәлә, Үҙәк һайлау комиссияһының йомғаҡлау ултырышында республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондарҙың 64 территориаль һайлау комиссияһы составы раҫланды һәм уларҙың рәйестәре тәғәйенләнде.

«Берҙәм Рәсәй», КПРФ, Ғәҙел Рәсәй, ЛДПР фирҡәләренән 64-әр кеше ингән. Рәсәй патриоттары – 59, Рәсәй пенсионерҙары ғәҙеллек өсөн партияһы 38, «Яблоко» – 4 урын алған. Рәсәй пенсионерҙары партияһы менән Ижтимағи ойошмалар берәр урын бүлешкән. Алдағы комиссияларҙан яңы составҡа 74 кеше үткән. 21 декабрҙән 26-на тиклем яңы төҙөлгән территориаль һайлау комиссияларына ойоштороу ултырыштары үтә, унда йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия рәйестәре урынбаҫарҙары һәм сәркәтиптәр һайлана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика