Республика етәкселеге уҙған аҙнала Башҡортостанда  булып ҡайтҡан Рус православ сиркәүе етәксеһе  Кириллдан Рәхмәт хаты хаты алды 10.06.2016

Хөрмәтле Рөстәм Зәкиевич! Башҡортостан Республикаһына сәфәремдә  күрһәткән ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Рәсәйҙең әүҙем үҫешкән төбәктәренең  береһендә  күп милләтле һәм төрлө дини ҡарашлы халыҡ быуаттар дауамында  дуҫ һәм татыу йәшәй.

Айырыуса Өфө Раштыуа ҡорамын тергеҙеүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Республикала булғанда уны изгеләндерергә тура килде.  Киләсәктә лә власть вәкилдәренең  Башҡортостан митрополияһы менән берлектәге эшмәкәрлеге төбәктең үҫешенә, кешеләрҙе  рухи ҡиммәттәр нигеҙендә тәрбиәләүгә, халыҡ-ара дуҫлыҡта килешеп йәшәүгә булышлыҡ итеренә иманым камил. Һеҙгә һәм барлыҡ хеҙмәтсәндәрегеҙгә һаулыҡ, уңыш, Башҡортостан халҡына тыныслыҡ, муллыҡ теләйем, тиелә Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Кириллдың хатында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика