30.10.2014

Республика етәксеһенең Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға быйылғы мөрәжәғәтнамәһе ябай халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелгән.  Сөнки хеҙмәт кешеһе иҡтисадты үҫтереүсе төп көсө булып тора, тине Рөстәм Хәмитов. Мөрәжәғәтнамә лә шулай уҡ кадрҙар сәйәсәте, хаҡлы ялдағыларҙың хоҡуҡтары яҡлау бурысы  ҡуйыла.  

Был Рөстәм Хәмитовтың бишенсе мөржәғәтнамәһе. Үткән йылдарҙа инвестициялар, смарт-йәмғиәт төп урынға ҡуйылһа, быйыл стратегик документтың үҙәгендә ябай хеҙмәт кешеһе. Эш, йәшәү шарттары тыуҙырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләү. Тәүге  тапҡыр  ауыл халҡының   проблемалары күтәрелде. Ер кешеһе етештергән продукцияны һатыуҙы ойоштороу, диспансеризация  үткәреп һаулыҡтарын тикшереү, эш хаҡын күтәреү.  
Республикала һуңғы 4 йылда 50 мең яңы эш урыны асылған, эшһеҙҙәр һаны кәмегән. Әммә кадрҙар сәйәсәтен камил тип әйтеп булмай.  Буш вакансиялар иҫәбе эш эҙләүселәргә ҡарағанда артыҡ. Сөнки йәштәрҙең күбеһе юғары уҡыу йорттарын бөтөп урынлаша алмай, шул уҡ ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ кисерелә.  Уҡыу йорттарына баҙар ихтыяжын белеү өсөн  эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә ҡушылды.
Был бурыс фән өлкәһенә лә ҡағыла. Сөнки ғалимдар, предприятиелар, бизнес араһында бәйләнеш юҡ. Өс яҡлы хеҙмәттәшлек урынлашмай тороп конкурентҡа һәләтле продукция етештереп булмаясаҡ. Бөгөнгө санкция сиктәрендә был айырыуса мөһим,  тине республика етәксеһе.  Мөрәжәғәтнамәлә  хаҡлы ялдағыларҙың, аҙ тәьмин ителгәндәрҙең,  физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең мәнфәғәттәре лә ҡайғыртылған.
Бынан тыш, хаҡлы ялдағыларҙың  ваҡытын файҙалы үткәреү буйынса  халыҡ университеты, социаль туризм проекттары дауам ителәсәк. Республика етәксеһе пенсияға сыҡҡан хеҙмәткәрҙәрҙе  эштән бушатыу менән ҡабаланмаҫҡа  ҡушты.  Фараздар буйынса киләсәктә хеҙмәт йәшендәге  кешеләр  кәмеүе мөмкин.   Шулай уҡ  физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең 36 меңе эшләй ала, уларҙы урынлаштыру юлдарын барлау талап ителә.  Ә бына эш хаҡын конвертта түләүгә ҡаршы көрәшергә кәрәк,   йәшертен алым ҡулланған   эш биреүселәр социаль яуаплылыҡтан да ҡаса. Һәр кем лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алырға тейеш.
Бюджеттың 70 проценты социаль өлкәгә йүнәлтелә, киләсәктә лә был йүнәлеш иғтибар үҙәгендә ҡаласаҡ. Сөнки властың төп бурысы ябай кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыу. Һуңғы йылдарҙа республикала демография күрһәткесе артҡан, был үҙе үк йәшәү кимәле яҡшырыуы хаҡында һөйләй. Сөнки шарттар булмаған ерҙә  ҡатын-ҡыҙ бала табырға ашыҡмай.  Алда ла мөһим бурыстар тора, Рөстәм Хәмитов  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын да юғары кимәлдә ойошторорға ҡушты.  
Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт. Һәр кем эшләгән эшенең, алған дипломының мәнфәғәтен күреп лайыҡлы тормош көтөргә тейеш, тине Республика етәксеһе. Мөрәжәғәтнамәнең төп пункттары ла ошо ябай , әммә көнүҙәк бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға һәм   тормош сифатын яҡшрытыуға ҡайтып ҡала. Сөнки кеше шарттар булғанда эшендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ә уңыш бар ерҙә иҡтисади һәм социаль үҫеш хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика