Республика башлығының яңы матбуғат секретары 04.04.2016

Фәнүр Йәғәфәров республика етәксеһенең матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы.

Фәнүр Йәғәфәров 1974 йылда Мәләүез районы Хәсән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1994 йылда Башҡортостан телевидениеһы дикторы булып башлай. Артабан, телевидениела «Яңылыҡтар» бүлеген етәкләй. Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика