Республика башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 проценты Өфө халҡы

Республика башлығына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 проценты Өфө халҡы 04.08.2016

Баш ҡалала йәшәүселәрҙе тәү сиратта юлдар, торлаҡ -коммуналь хужалығы борсой. Был күренеш Өфөлә проблемалар хәл ителмәй, тигәнде аңлатмай. Ҙур ҡалаларҙа халыҡ сәйәси йәһәттән дә, социаль йүнәлештә лә әүҙем була. Рөстәм Хәмитов бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының ошондай әүҙем ағзалары менән осрашты.

Осрашыуҙа баш ҡала һәм Өфө районында йәшәүселәрҙе борсоған социаль мәсьәлләр, көндәлек мәшәҡәттәр, уларҙы партия башланҡыстары ярҙамында хәл итеү юлдары өйрәнелде. Республика етәксеһе әйтеүенсә, халыҡ нигеҙһеҙ мөрәжәғәт итмәй һәм был мәсьәләләргә етди иғтибар бүлеү мөһим.
Шуға ҡарамаҫтан Өфө ышаныслы үҫеш юлында, тине Рөстәм Хәмитов. Халыҡ күпләп ял иткән урындарҙың төҙөкләндерелеүе, инфраструктураның яҡшырыуы һәм яңы объекттарҙың барлыҡҡа килеүе яҡшы күрһәткес. Өфө артабан да илдең  ҡеүәтле сәнәғәт, фәнни, мәҙәни, спорт үҙәге булыуын иҫбатларға ,донъя кимәлендәге күләмле саралар үткәреү өсөн иң ҡулай майҙансыҡҡа әйләнергә  тейеш.
Партия активы алдында бурыстар ҡуйып Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең йөҙ йыллығына етди әҙерләнергә ҡушты. Юбилейға ул «йөҙ йыллыҡа-йөҙ яңы объект»  республика акцияһы башларға  тәҡдим итте. Уның сиктәрендә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, социаль, юл инфраситруктураһы объекттары  төҙөлөргә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика