Республика башлығы Омскиҙағы фажиғәлә ауыр йәрәхәттәр алған Башҡортостан һалдаттары һәм уларҙың туғандары менән осрашты

Республика башлығы Омскиҙағы фажиғәлә ауыр йәрәхәттәр алған Башҡортостан һалдаттары һәм уларҙың туғандары менән осрашты 27.07.2015

Яҡташтарыбыҙ әле Мәскәүҙә Бурденко исемендәге нейрхирургия институтында дауалау курсы үтә. Хәбәр итеүебеҙсә, 12 июлдән 13-нә ҡараған төндә Омскиҙа хәрби казарма емерелеп  24 кешенең ғүмере өҙөлдө,  20-гә яҡын  һалдат  төрлө тән йәрхәттәре менән дауаханаға оҙатылды. Һәләк булыусыларҙы бишәүһе Башҡортостаен егеттәре, йәнә өс яҡташыбыҙ әле  Мәскәү госпиталдәрендә дауалау курсы үтә. Рөстәм Хәмитов   казарма емерелеүҙән  зыян күргән һалдаттарҙың хәлен һорашты,  Республиканың ҡазаға тарыусыларҙы ташламаясағын һәм  ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.

Әле башҡала госпиталдәрендә Башҡортостандан өс  һалдат ята. Рөстәм Хәмитов Бурденко исемендәге нейрохирургия институтында табиптар менән аралашты, егеттәрҙең туғандары менән осрашты. Табиптар әйтеүенсә,  Стәрлетамаҡ егете Владимир Петровтың хәле яҡшыра башлаған, әммә аҡ халатлыларға 20 йәшлек һалдаттың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡ ҡына көрәшергә тура килә.  Әле уның янына әсеһе лә килгән, ҡатын Омскиға улының хәрби присягаһына ла барған була,  ҡайғылы хәбәр уны вокзалда уҡ ҡыуып етә. Саҡмағоштан Рөстәм Нәбиев та  аңына килгән,  әммә егеттең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ике аяғын да киҫкәндәр.  
Ә  Ейәнсура районынан Илнур Ҡыуандыҡов аяҡҡа ныҡлап баҫып килә. Ул әле  Вишневский исемендәге 3-сө хәрби-клиник госпиталдә дауалана.  Белгестәр әйтеүенсә,  егеттең ҡаты йәрәхәтәре юҡ. Рөстәм Хәмитов  һалдаттарға бар яҡлап та ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе.
Омскиҙағы фажиғә бөтә ил халҡын тетрәндерҙе, 12-се июлдән 13-нә ҡараған төндә хәрби казарманың ҡыйығы ишелеп һауа десант ғәскәрендә хеҙмәт итеүсе һалдаттар   емереклектәр аҫтында ҡалды.   Был мәлдә үҙәктә 300-ҙән ашыу хәрби була,  ҡаза  егеттәр йоҡларға ятҡан мәлгә тура килә.   Фажиғәлә 24 һалдаттың ғүмере өҙөлдө,   улар араһында быйылғы яҙғы саҡырылышта  әрмегә алынған биш яҡташыбыҙ ҙа бар ине. Һәләк булған һалдаттарҙың икәүһе, 1994-се йылғы Рөстәм Шәйхуллин менән Рәнис Алтынбаев Салауат районынан, Белоретта тыуып үҫкән  Вадим Нафиҡовҡа ни бары 18 йәш тулған була. Ҡара исемлектә Саҡмағоштан Фидан Мәмлиевтың да исем-шәрифе бар. Егет  бала саҡтан атаһы кеүек хәрби кеше булырға хыялланған. Фидан бигерәк тә элиталы тип һаналған   һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә ынтыла.
Сибайҙан  24 йәшлек Рөстәм Йомағолов һалдат итеген юғары уҡыу йортон тамамлағас кейә.  Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеү өсөн  әрмегә бер аҙна һуңға ҡалып китә. Уның  хыялы тормошҡа аша, әммә егеттең ғүмере хәрби присяга  биргәндән һуң уҡ өҙөлә. Һәләк булыусыларҙан тәүге булып нәҡ Рөстәм Йомағоловтың кәүҙәһе табыла, уның карауаты тәҙрә янында ғына урынлашҡан була. Ҡыйыҡтың бер өлөшө  егеттең башына төшә, ошо тәрән яра уның ғүмерен ҡыя ла инде. Һалдатты тыуған яғында ерләнеләр.
Ауыр йәрәхәт алып тере ҡалыусыларға ла  лайыҡлы тормош өсөн көрәшергә тура киләсәк әле. Саҡмағоштан  десантсы Рөстәм Нәбиевтың  туғандары әйтеүенсә, әле улар шаңҡыған хәлдә. Ғаилә егеттең ғүмере өсөн ныҡ ҡурҡҡан, бәхеткә күрә  Рөстәм иҫенә килгән, тәүге шылтыратыу   тылсымлы төш һымаҡ .
Рөстәм Нәбиеты  әсәһе үлгәндән һуң туғандары тәрбиәләп үҫтерә. Физик яҡтан көслө, аҡыллы егеткә бар  Саҡмағош ҡыҙҙары ғашиҡ була. Өфө дәүләт нефть-техник университетында ла  бер ауырлыҡһыҙ уҡыны, хәҙер  уның йәшәүгә ышанысын   юғалтмаҫҡа кәрәк, тип борсола әсәһе урынына ҡалған Рида ханым.
Тикшереү асыҡлауынса, казарма  1975-се йылда уҡ  сифатһыҙ итеп һалынған, 2 йыл элек үткәрелгән капиталь ремон та илке-һалҡы  ғына эшләнгән.   Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигән һымаҡ,  төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығы өсөн  хәҙер килеп   йәш һалдаттар үҙ ғүмерҙәре менән яуап бирҙе.Әле был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.   Башҡортостандың хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә,  һәләк булыусыларҙың туғандарына  2 миллион  337 мең һум күләмендә страховка һәм  3 миллион ярым  пособие түләнәсәк. Шулай уҡ Республика Хөкүмәтенән 5 миллион һум бүлеү ҡаралған.  Әммә ил һаҡларға китеп ҡыйылған йәш ғүмерҙәр хаҡын  бер ниндәй аҡса менән иҫәпләп тә, кире ҡайтарып та булмай .  

Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика