Республика Башлығы менән һөйләшеүгә 6 меңгә яҡын һорау ҡабул ителгән 13.04.2017

Колл-үҙәккә көн һайын төрлө төбәктәрҙән шылтыраталар. Көнүҙәк  темалар билдәле. Халыҡты башлыса торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре борсой. Колл-үҙәк вәкилдәре көн һайын меңләп ғаризаны ҡарай.

Һорауҙар менән шулай уҡ  электрон хат йәки социаль селтәрҙәр, экранда күрһәтелгән ватсап һандары аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың 23 районында телевизион майҙансыҡтар эшләне, төбәктәрҙә йәшәүселәр улар аша  үҙҙәренең һорау-тәҡдимдәрен еткерә алды. Ә иң көнүҙәк һорауҙар бөгөн тура бәйләнеш ваҡытында яңғыраясаҡ. Киске сәғәт 7-лә башланған тапшырыуҙы «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-Башҡортостан», «Вся Уфа» һәм «РБК-Уфа» телеканалдарында ҡарарға, шулай уҡ «Спутник ФМ» һәм "Башҡортостан" радиоһында тыңларға мөмкин.
Гөлшат Булгакова, колл-үҙәк етәксеһе: «Быйыл  тура бәйләнешкә  һорау ҡабул итеүҙең барлыҡ юлдары  ла ҡулланыла. Шылтыратыуҙар күп, кесе йоманан ғына бер нисә меңләп һорау бирелде.. Көнөнә беҙ 500-600-гә яҡын һорау ҡабул итеп өлгөрәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика