Республика башлығы менән тура бәйләнешкә  теүәл бер аҙна ваҡыт ҡалды 06.04.2017

Бөгөн  Колл-үҙәктә һорауҙар ҡабул итеү башланды. Күп каналлы телефон тәүлек әйләнәһенә эшләй, шылтыратыу бушлай. Быйыл шулай уҡ  электрон хат йәки социаль селтәрҙәр аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Колл үҙәктә шылтырауҙар бер минутҡа ла тынмай.  Телефон линияһы бөгөн туғыҙҙа ғына эшләй башлауға ҡарамаҫтан ҡыҙыҡһыныу көслө. Республиканың төрлө төбәктәренән дә, сит яҡтарҙан да мөрәжәғәт итәләр.  
Элекке йылдарҙа һорауҙар төрлө номерҙарға тоташтырылған биш  линия буйынса ҡабул ителһә быйыл номер берәү генә, әммә элемтә күп каналлы.  Мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеү үҙәге аҙна аҙағына тиклем иртәнге туғыҙҙан киске алтыға тиклем эшләй, артабан иһә ваҡыт оҙайтыла. Эш ваҡытынан һуң килгән һорауҙарҙы автоматлаштырылған система ҡабул итә.
Гөлшат Булгакова, колл-үҙәк етәксеһе: «Телефон бәйләнеше бушлай, тәүлек әйләнәһенә эшләй.  Һорауы булған һәр кеше элемтәгә сыға алыр тип уйлайбыҙ, бөгөн үк йөҙҙәрсә кеше мөрәжәғәт итергә өлгөрҙө лә инде».
Операторҙар фекеренсә, быйыл  тура бәйләнешкә  һорауҙар ҡабул итеүҙең барлыҡ юлдары  ла ҡулланыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, мөрәжәғәт итеүселәр күп, мәҫәлән, былтыр тура линия башланғанға тиклем генә 10 меңдән ашыу һорау  ҡабул ителгән.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтында республика башлығына мөрәжәғәт итеүҙең барлыҡ юлдары хаҡында ла мәғлүмәт бар.  Һорауҙы тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон буйынса ла, электрон хат менән дә, социаль селтәрҙәрҙә лә бирергә мөмкин. Шулай уҡ аҫта беҙҙең журналистарҙың райондарҙа  һорауҙарҙы туплау көнө һәм ваҡыты күрһәтелгән.
Миҫал өсөн, күсмә студия Ауырғазы районында  халыҡты  хакимиәт бинаһында 7 апрель иртәнге сәғәт  ундан ун икегә тиклем көтә. Салауат ҡалаһы кешеләре менән осрашыу төштән һуң, икенән дүрткә тиклем тәғәйенләнгән.  Республика буйынса барлығы 30-ға яҡын майҙансыҡ эшләй. Беҙҙең журналистар  Бөрйән районы халҡы менән осрашырға өлөгрҙө лә инде. Студияла ла әҙерлек тулы ҡеүәтенә бара, тура бәйләнеште яҡтыртыуҙа иң заманса камералар ҡулланыла.
Быйыл Республика башлығы менән һөйләшеү иҫәп буйынса етенсеһе, быйыл ул  яңы форматта үтә.13 апрель көнө киске сәғәт етелә уҙа  осрашыуға журналистар менән бергә йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә саҡырылған.  Асыҡтан-асыҡ әңгәмәне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй-Башҡортостан», «Вся Уфа», «РБК-Өфө» телеканалдарында ҡарарға, «Рәсәй радиоһы Башҡортостан», «Спутник FM» радиостанцияларында тыңларға мөмкин.


Тура линия телефоны:
8 800 550 95 07
ҺОРАУҘАР  ЕБӘРЕҮ ӨСӨН:
WHATSAPP, VIBER, TELEGRAM MESSENGER
8 917 781 12 85

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика