Республика башлығы Башҡортостан халҡын «Халыҡтар берҙәмлеге» көнө менән тәбрикләне 04.11.2015

Рәсми ҡотлауҙа Былай тиелә:
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн беҙ тотош ил менән бергә халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам Рәсәй яҙмышындағы һынылышлы осорға барып тоташа. Күп милләтле халҡыбыҙҙың  берҙәмлек, илһөйәрлек, тыуған ергә тоғролоҡ традицияларын сағылдыра.

Башҡортостан вәкилдәре илебеҙҙең хәрби һәм хеҙмәт йылъяҙмаһында сағыу эҙ ҡалдырҙы. Ватаныбыҙға тоғро хеҙмәт традицияларын нәҫелдән-нәҫелгә тапшырып килде. Халыҡтар берҙәмлеге йөҙәр йыл дауамында төрлө милләт һәм конфессия вәкилдәренең иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәгән төбәк өсөн тәрән рухи мәғәнәгә эйә. Ул йәшәргә дәрт һәм алға ынтылыш өсөн яңы көс бирә.
Илдәге һәм уның төбәктәрендәге именлек заман ҡуйған ҡатмарлы бурыстарҙы берлектә хәл итеү һәләте менән туранан-тура бәйле. Бар өлкәләрҙә лә милли мәнфәғәттәр һағында тороу ил хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, уның эске берҙәмлеген һәм халыҡ-ара позицияларын нығытыуҙың  төп шарты икәнлеген Ватаныбыҙ тарихындағы  дәрестәрҙә асыҡ күренә. Һеҙгә сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ, татыулыҡ һәм бөйөк Ватаныбыҙ хаҡына уртаҡ хеҙмәтебеҙҙә уңыштар теләйем, тиелә Башҡортостан Башлығының Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан рәсми ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика