Республика башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә

Республика башҡорт телен өйрәнеүгә ҡағылышлы тәҡдимдәр ҡабул итеү дауам итә 17.10.2017

Уларҙың барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында туплана. Иң яҡшы идеяларҙы Башҡортостан Башлығы указы буйынса булдырылған телдәргә ярҙам фондынан финанслауға тәҡдим итеү ҡаралған.

"Лингвистик акция"ға ҡушылыусыларҙың береһе Искәндәр Шакиров фекеренсә, телде өйрәнеүҙә һәм уны хәтерҙә ҡалдырыуҙа аудиокитаптар ярҙамға киләсәк. Профессональ дикторҙар уҡыған һүҙҙәр дөрөҫ һөйләшергә, грамматиканы үҙләштергә һәм һүҙ байлығын киңәйтергә булышлыҡ итәсәк. Ә бына Өфөнән Шамил Амангилдин башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән тәҡдимен видеомөрәжәғәт итеп яҙҙырған. Ул башҡорт телендә йәнһүрәт һәм фильмдар төшөү менән бер рәттән, популяр голливуд һәм совет кинотаҫмаларын рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә субтитрҙар менән байытыу яҡлы.  

Башҡорт телендә аралашмаған уҡыусылар өсөн дәрестәрҙе "өлкәндәр" тормошо өсөн файҙалыраҡ итергә, мәҫәлән, уҡыусыларҙы аралашыу телмәре нигеҙҙәренә һәм башҡорт телендәге документтар менән эш итергә өйрәтергә тигән тәҡдимдәр бар. Бер юлы бер нисә автор үҙҙәренең хатында мәктәптә башҡорт теле дәрестәренә тыуған яҡты өйрәнеү элементтарын өҫтәргә: төбәктең тәбиғәте, йәнлектәр донъяһы, тарихы һәм мәҙәни мираҫы хаҡында һөйләргә тәҡдим итә. Идеяларҙы һәм тәҡдимдәрҙе ҡоролтайҙың әле һеҙ экранда күргән электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика