Республика ауылдары заманса уңайлыҡтарһыҙ ҡалмаясаҡ 03.02.2017

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов почта бүлексәләренең эшмәкәрлегенә арналған кәңәшмә үткәрҙе.

Осрашыуҙы ойоштороуға Стәрлетамаҡ районы Суртан ауылында йәшәүселәрҙең мөрәжәғәте мәжбүр иткән.  Оптимәлләштереү осоронда төбәк халҡы почта элемтәһендә интернет менән ҡулланыуҙан мәхрүм ҡалған. Бының сәбәбен тармаҡ белгестәре "Ростелеком" компанияһы менән ике йыл ярым элек ҡабул ителгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең ғәмәлдән сығыуы менән аңлата. Шуға ла почта бүлексәһенә интернетҡа коллектив инеү урынын ябырға тура килгән.  

Проблеманы хәл итеү өсөн Почта элемтәһе идаралығы 12 миллион һум аҡса бүлгән. Был сумма ярҙамында хәҙер Рәсәй почтаһы халыҡтан коммуналь һәм башҡа түләүҙәрҙе урындағы бүлексәләрҙә лә, шулай уҡ өйҙәрҙә лә ҡабул итә аласаҡ. Бының өсөн хеҙмәткәрҙәр үҙең менән алып йөрөүсе касса терминалдары менән тәьмин ителгән.    

Республикала шулай уҡ һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү мәсьәләһендә лә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Атап әйткәндә, был аҙнанан "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә телефон бәйләнеше һәм интернет барып етте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡурсаулыҡтағы инфрастурктураны яҡшыртыу бурысын яңыраҡ  Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡушҡайны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика