Раевка шәкәр заводы етештереү ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттырған

Раевка шәкәр заводы етештереү ҡеүәттәрен ике тапҡырға арттырған 14.11.2017

Күрһәткестәрҙең артыуы шәкәр сөгөлдөрөнән яҡшы уңыш алыуға һәм заводты модернизациялауға бәйле. Быйыл ғына предприятиеға 130 миллион һумдан ашыу инвестициялар йәлеп ителеп ҡорамалдар  яңыртылған. 1984 йылда төҙөлгән шәкәр заводының бөгөнгө хәле менән республика башлығы ла танышты. Предприятие һис шикһеҙ яңырыуҙы талап итә. Иҫкергән ҡорамалдар хәҙерге заман талаптарын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шулай ҙа етештереү цехтары яйлап яңыртыла. Һөҙөмтәлә былтыр ноябргә тиклем 26 мең тонна шәкәр ҡомо етештерелһә, быйыл әле үк 31 мең тоннанан ашып киткән.

Шәкәр ҡомо етештереү заводы хеҙмәткәрҙәренең тормошо ысынлап та татлы булмаҡсы. Шәрбәт продукция быйыл байтаҡҡа күберәк етештерелә. Был иһә һуңғы аралағы модернизациялауға бәйле.
Шаҡтай иҫкергән ҡорамалдарҙы яңыртыуға предприятие быйыл ғына 132 миллион һум инвестициялар йәлеп иткән. Һөҙөмтәлә быйыл Раевка шәкәр заводы ике тапҡырға күберәк продукция етештерергә иҫәп тота. Сеймал да быйыл күпкә яҡшы булды, ти предприятие етәкселеге. Былтырғы 386 мең тонна урынына 450 мең тонна татлы тамыраҙыҡ йыйып алынған.  
Шәкәр сөгөлдөрө менән шөғөлләнеү күп сығымдар талап итһә лә киләсәктә табышлы тармаҡҡа әйләнеүе ихтимал. Дәүләкән районының «Регион-агро» хужалығы ла, башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, шәкәр сөгөлдөрө үҫтерә башлаған.
Шулай ҙа төп баҫым малсылыҡҡа. Һуңғы арала бар ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар төшә, ә һыйыр итенә киреһенсә. Шуға ла инвестициялар 350 урынға иҫәпләнгән мал һимертеү майҙансығы, 170 урынлыҡ мал ҡураһы төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Аҙыҡ менән ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ. Күптән түгел генә Дәүләкәндә сәғәтенә 20 тонна ҡатнашаҙыҡ етештереү ҡеүәтенә эйә завод барлыҡҡа килгән. Йыл аҙағына тиклем предприятиеның икенсе сираты сафҡа инәсәк. Эш тулыһынса компьютерлаштырылған. Хатта ҡайһы малға ниндәй аҙыҡ кәрәклеген дә операторҙар көйләп сығара.
Төбәк башлығы районда сәнәғәт объекттарын да ҡараны. «Нефтемаш» йәмғиәте яңы механик йыйыу цехы төҙөй. Ул сафҡа инеү менән Нефть һәм газ үткәргестәр эшләү, ремонтлау менән шөғөлләнгән компанияның етештереү ҡеүәте бермә-бер артасаҡ.
Ә бына райондың мәғариф учреждениеларына төбәк башлығының дәғүәһе бар. Декабрҙә ҡалала 260 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Рөстәм Хәмитов хәҙерге төҙөлөш һәм хәүефһеҙлек нормаларының ҡайһы саҡта кеше өсөн эшләнмәүен билдәләне.
Балалар баҡсаһы ҡаршылыҡһыҙ төҙөлөп бөтһә, ҡаланың беренсе мәктәбе, уҡыу процессы күптән алып барылыуға ҡарамаҫтан, һаман да проблемалы ҡала. Үткән быуаттың 34-се йылында төҙөлгән белем усағы төҙөкләндерелеп , эштәр тамамланһа ла финанслау үтмәгән. Рөстәм Хәмитовтың иғтибары был мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итер, тип өмөтләнә район етәкселеге.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика