Рөстәм Хәмитов Тажикстанда үткән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов Тажикстанда үткән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында ҡатнашты 11.09.2014

Быйыл күләмле сара Дүшәмбе ҡалаһында үтә һәм унда Рәсәйҙән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан илдәре ҡатнаша. Саммитҡа тиклем Рөстәм Хәмитов бер нисә эшлекле һәм мөһим осрашыуҙар үткәрҙе.

Дүшәмбе ҡалаһы ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов тәүҙә Тажикстан Премьер-министры менән осрашты. Кохир Рәсүлзада республика етәксеһенә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммиты эстафетаһын тапшырҙы.
Осрашыу барышында ике яҡ өсөн отошло хеҙмәттәшлек юлдары ла барланды. Был йәһәттән ауыл хужалығы, машиналар эшләү һәм авиация өлкәһе өҫтөнлөклө, тип билдәләнде. Әле Тажикстан һәм Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 65 миллион доллар ғына, һәм был һандарҙы күпкә арттырыу мөмкинлеге бар, тиелде осрашыуҙа. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы советы идаралығы ултырышында ла Рөстәм Хәмитов төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында телмәр тотто.
Төбәк-ара кимәлдә Башҡортостан Ҡытай, Бразилия һәм Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итә. Күләмле саралар барышында һәр илдән кәм тигәндә бишешәр төбәк етәкселәре һәм эшҡыуарлыҡ даирәләре ҡатнаша икән, партнерҙар табыуы ла күпкә еңелерәк.
Рөстәм Хәмитов ойошмаға ингән илдәрҙең берҙәм мәғлүмәт порталын булдырыу кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барҙы. Дүшәмбенең туғандаш ҡалалары байтаҡ, әммә был исемлектә Өфөнөң булмауы күңелде ҡыра, тине республика етәксеһе. Онотола барған халыҡтар дуҫлығы схемаһын ҡайтарыу ҙа тик яҡшыға ғына буласаҡ, тине ул. Башҡортостанда үтәсәк саммитҡа килгәндә, Рөстәм Хәмитов әҙерлектең планға ярашлы барыуын әйтте.
Дүшәмбе ҡалаһында Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы өлкәһендә лә һөйләшеүҙәр алып барҙы. Атап әйткәндә, республиканы йәшелсә һәм емеш-еләк менән тәьмин итеү юлдары барланды. Көнбайыш илдәренең  Рәсәйгә ҡарата ҡабул иткән санкциялары яңы етештереүселәр эҙләргә мәжбүр итә.  
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку