Рөстәм Хәмитов республикала уртаса хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт түгел

Рөстәм Хәмитов республикала уртаса хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт түгел 20.08.2014

Был турала ул Хөкүмәттең тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади күрһәткестәргә арналған киңәйтелгән ултырышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, хеҙмәт хаҡы үҫеше уртаса Рәсәй күрһәткестәренән түбәнерәк. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ярайһы уҡ яҡшы үҫешһә лә, сәнәғәт өлкәһендә хәл шатланырлыҡ түгел.

Быйылғы йыл ил өсөн ябайҙан түгел, тип башланы сығышын Рөстәм Хәмитов. Халыҡ -ара бәйләнештәр, сит илдәр менән хеҙмәттәшлек көйһөҙләнеп торған осорҙа иҡтисадта көсөргәнешлек һиҙелә. Бигерәк тә Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар ҙур юғалтыуҙарға килтерә. Ләкин илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге етди контролә тотола, тине Рөстәм Хәмитов. Бюджеттағы хәлдәргә туҡталып, Рөстәм Хәмитов йылдың уртаһынан ғына үҫеш күҙәтелеүен билдәләне. Ҡаҙна ярты йыл эсендә 73 миллиард һумға тулыланған. Был иһә былтырғы менән сағыштырғанда 5 процентҡа күберәк. Шуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Хәмитов һалым йыйыу өлкәһендә етешһеҙлектәр барлығын билдәләне.
Төбәк етәксеһе социаль-иҡтисади күрһәткестәрҙе тотҡарлаусы фактор булып торлаҡҡа хаҡтарҙың юғары булыуын да билдәләне. Башҡортостанда эконом класлы йорттар төҙөлөшө һүлпән алып барыла.  Уртаса хеҙмәт хаҡының түбән булыуы ла торлаҡ мәсьәләһенең киҫкенләшеүенә килтерә, тине ул. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, республикала уртаса эш хаҡы 23 600 һум күләмендә. Рөстәм Хәмитов хеҙмәт хаҡының уртаса күрһәткестәре менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Бигерәк тә ауыл ерҙәрендә эш хаҡын күтәреү кәрәклеген әйтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика