Рөстәм Хәмитов Республика уҡытыусыларын  һөнәри байрамдары менән ҡотланы 05.10.2016

Унда былай тиелә: «Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе бөтә йөрәктән күркәм һөнәри байрамығыҙ - Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым!»    

«Беҙҙең күптәребеҙ өсөн уҡытыусы һүҙе донъяны танып белеү, рухи камиллашыу һәм үҫеү төшөнсәләренә бәрәбәр. Был көндө беҙ мәктәп йылдарында, артабан колледждар һәм юғары уҡыу йорттарында төплө белем биреүселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Кешелек донъяһының барлыҡ ҡаҙаныштарында ла уҡытыусының фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Беҙ хаҡлы рәүештә үҙебеҙҙең уҡытыусыларыбыҙ һәм уҡыу йорттары менән ғорурланабыҙ. Республикала электрон белем биреү һәм инновация технологиялары үҙләштерелә. Уҡыу йорттарының фән һәм производство менән бәйләнеше нығый. Алдағы йылда Башҡортостан уҡытыусылары съезын уҙғарыуға әҙерлек бара. Бөгөн, хөрмәтле педагогтар, һеҙҙең тормош тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығығыҙ йәш быуынды заман талаптарына лайыҡлы яуап бирергә өйрәтә. Айырыуса ҙур рәхмәтебеҙ - педагогик хеҙмәт ветерандарына. Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижад шатлығы, йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыштар теләйем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика