Рөстәм Хәмитов Кремлдә Владимир Путиндың Рәсәйҙең яңы һайланған төбәк етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты

Рөстәм Хәмитов Кремлдә Владимир Путиндың Рәсәйҙең яңы һайланған төбәк етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты 18.09.2014

Осрашыуҙа 14 сентябрҙә уҙған һайлауға йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә эш пландары барланды.

Владимир Путин һайлауҙың лайыҡлы кимәлдә үтеүен билдәләп, яуаплы сәйәси кампанияны әҙерләүсе һәм уҙғарыусы һайлау комиссиялары, партиялар һәм ирекле күҙәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Яңы һайланған төбәктәр етәкселәрен еңеүҙәре менән ҡотлап, алдағы эштәрендә уңыштар теләне. Ил етәксеһе фекеренсә, һайлауҙың төп һөҙөмтәһе - йәмғиәттең берҙәмлеген күрһәтеүҙә. 14 сентябрҙә уҙған һайлауҙарҙа тап милли мәнфәғәттәрҙе яҡларға әҙер булыусы һәм дәүләтебеҙҙе артабан үҫтереү һәм нығытыу өсөн сығыш яһаусы сәйәси көстәргә теләктәшлек күрһәтелде, тине Владимир Путин.

14 сентябрҙә Рәсәйҙең 30 төбәгендә етәкселәр һайланды. Берҙәм тауыш биреү көнөдә Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылған Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ла ҡатнашты.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика