Рөстәм Хәмитов инвестиция мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны 09.06.2015

Документта республика өсөн өҫтөнлөклө һигеҙ үҫеш йүнәлеше күрһәтелгән. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә,  уңайлы инвест-климатты үҫтереү өсөн төбәк Рәсәйҙең барлыҡ стандарттарына яуап бирә.

Цитата: «Республикала һуңғы йылдарҙа алып барылған маҡсатлы эштәр эшлекле әүҙемлек күрһәткестәрен яҡшыртыуға ыңғай булышлыҡ итә. Төп капиталға инвестициялар бишенсе йыл рәттән үҫә. Быйыл беренсе квартал өсөн ул, былтырғы ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 9 процентҡа артҡан.  Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов сәйәсәттең инвесторҙарға йөҙ менән боролоуын, шәхси-дәүләт партнерлығына ярҙам итеү һәм эшҡыуарҙарҙы юғалтыу ҡурҡынысынан һаҡлау мөһимлеген билдәләне.  Бер үк ваҡытта өмөтлө проекттарға финанс ярҙам күрһәтергә, республиканың асыҡлығын яҡларға, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәрергә һәм квалификациялы кадрҙарҙы  арттырырға кәрәк. Әммә республикаға килеүсе эшҡыуарҙар үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртырға тейеш түгел, уларҙан да шундай уҡ  яуап талап ителә» тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика