Рөстәм Хәмитов Өфөлә объекттарҙы ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләү барышы менән ҡыҙыҡһынды

Рөстәм Хәмитов Өфөлә объекттарҙы ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләү барышы менән ҡыҙыҡһынды  	16.09.2014

Мәғлүм булыуынса, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы менән  БРИКС илдәре дәүләттәре һәм хөкүмәттәре етәкселәре саммиты 2015 йылдың 9-10  июлендә Өфөлә үтә.

Күләмле сараға әҙерлек сиктәрендә йыл ярым элек төп эш йүнәлештәре билдәләнгән ҙур программа төҙөлгән. Халыҡ-ара саммиттарҙың төп майҙаны итеп баш ҡаланың Когнресс-холл бинаһы билдәләнгән һәм әлеге ваҡытта унда төҙөкләндереү эштәре бара. Саммит объекттарында эш барышы менән танышҡанда Рөстәм Хәмитов «Рәсәй1» телеканалы хәбәрсеһенә интервью бирҙе. Әңгәмәлә ул төп бинала эштәрҙең тамамланып килеүен һәм был йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарылыуын билдәләне.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, 2015 йылдың июлендә Өфө 16 ил делегацияһын ҡабул итә. Бынан тыш, Өфөлә ШОС ойошмаһының киңәйеүе лә бар. Һиндостан, Пакистан һәм Иран илдәре Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына инергә теләк белдергән. Тимәк, был илдәр етәкселәре лә Өфөгә мотлаҡ киләсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Конгресс-холл һәм ҡунаҡхана объекттарынан тыш, аэропорт инфраструктураһын яңыртыу, Өфө урамдарын һәм йорттарын төҙөкләндереү буйынса күп эштәр эшләнә.

Халыҡ-ара форумдарҙы эшлекле шарттарҙа уҙғарыуға булышлыҡ итеү - төп мәсьәлә, тине Рөстәм Хәмитов. Шул уҡ ваҡытта саммит сиктәрендә ҡунаҡтарҙы республиканың рухи-мәҙәи байлығы менән таныштырыуға ла ҙур иғтибар бүленәсәк.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку