Рөстәм Хәмитов Башҡортостан башлығы вазифаһында ҡала 19.09.2016

Был турала ул бөгөн Берҙәм тауыш биреү көнөнөң яҡынса һөҙөмтәләренә арналған интервьюһында белдерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, һайлау һәр яҡлап юғары кимәлдә үтте. Тауыш биреүҙе ойоштороу һәм унда ҡатнашыусылар күрһәткестәрендә лә сағылды.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы белдереүҙәренә ярашлы, республикала тауыш биреүселәрҙең яҡынса 70 проценттан ашыуы ҡатнашҡан. Берҙәм Рәсәй партияһының ышаныслы еңеүен Рөстәм Хәмитов яҡшы күрһәткес тип баһаланы һәм Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республиканан Дәүләт думаһы депутаттары составы яртылаш тиерлек яңырасаҡ. Халыҡ вәкилдәренә ҡәтғи талап буласаҡ. Башҡортостан Башлығы уларҙың һайлау алды вәғәҙәләре үтәлешен шәхси контролгә аласағын да йәшермәне. «Берҙәм Рәсәй» партияһы исемлегендә беренсе баҫҡыста тороуға ҡарамаҫтан, Рөстәм Хәмитов әлеге эш урынын депутат креслоһына алмаштырырға йыйынмауы тураһында ла әйтеп китте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика