Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-жанейрола үтәсәк паралимпия уйындарынан ситләтеүгә Башҡортостан башлығы ла үҙ ҡарашын белдерҙе

Рәсәй йыйылма командаһын Рио-де-жанейрола үтәсәк паралимпия уйындарынан ситләтеүгә  Башҡортостан башлығы ла үҙ ҡарашын белдерҙе 23.08.2016

Уның фекеренсә халыҡ-ара паралимпия комитетының ҡарары кешелеклек төшөнсәләренә тап килмәй.  Допинг ҡулланыуҙың осраҡтарын тикшермәйенсә, шәхси яуаплылыҡты асыҡламайынса тотош команданы уйындарҙан ситләтеү  хоҡуҡи нигеҙҙәргә лә, дөйөм әҙәп һәм әхлаҡ ҡағиҙәләренә лә һыймай.

Паралимпиясыларҙы ябай спортсылар сафына ҡуйып булмай, юғары ҡаҙаныш спорты ла  улар өсөн ярыш ҡына түгел. Спортта еңеү яулап улар тормош һынауҙары менән көрәшә. Спорт түрәләренең кешелекһеҙ ҡарарына баһа биргәндә беҙ килеп тыуған  хәлде дөрөҫ баһаларға, допинг ҡулланмаған спортсыларҙы яҡлау сараларын күрергә тейеш тип белдерҙе Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика