Рәсәйҙә һуңғы егерме йыл эсендә тәүге тапҡыр тыуымдың яҡшырыуы күҙәтелә 18.06.2015

Тәбиғи артым утыҙ мең кешегә еткән. Был күрһәткестәр буйынса беҙ күп кенә Европа илдәрен артта ҡалдырҙыҡ. Ә бит аналитиктар Рәсәйгә демографик хәлдең үтә киҫкенләшеүен һәм шул рәүешле ерҙәрҙең бушап ҡалыуын, иҡтисади проблемаларҙың артыуын юрағайны. Был турала ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев төбәк етәкселәре менән үткәргән селектор кәңәшмәһендә белдерҙе. Дмитрий Медведев кире күренештәргә лә иғтибар итте.

Һуңғы йылда үлем осраҡтары ла арта төшкән. Был хәлде көйләү йәһәтенән хөкүмәт рәйесе етди саралар күрергә ҡушты. Башҡортостанда демографик хәл илдә иң яҡшыларҙан булыуға ҡарамаҫтан, республика етәкселеге был мәсьәләгә яуаплы ҡарашта. Депутаттар балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыуға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: «Фекер алышыуҙа әсәлек һәм балалыҡты яҡлау , халыҡ сәләмәтлеген яҡшыртыу, тыуымды арттырыу буйынса төрлө тәҡдимдәр ҡаралды. Депутаттар әйтеүенсә, халыҡтың тәбиғи артымы ҡануниәт нигеҙендә көйләнергә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика