Рәсәй сәйәси партиялары штабтарында ла берҙәм тауыш биреү көнөнә әүҙем әҙерлек бара 04.08.2016

КПРФ тың төбәк бүексәһендә агитация материалдары барлана. Кандидаттар киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһарға һәм һайлаусылар менән осрашыуҙарға әҙерләнә.

Юрий Беляков, «Рәсәй федерацияһы  коммунистар  партияһы» сәйәси фирҡәһенең  башҡортостан төбәк бүлексәһенең юридик һорауҙар буйынса секретары: «Бер мандатлы округтарҙан  алты, ҡала һәм район советтары буйынса 557 кандидат текрәлде.Шул иҫәптән Өфө ҡала советына 25 кеше. Штабта кандидаттарҙы ҡабул итәбеҙ. Документтар йыйыу, листовкалар таратыу буйынса  аңлатма эштәре алып барыла.  Дәүләт Думаһына һайланасаҡ депутаттар  киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһарға әҙерләнә».
Рәсәй йәшелдәр партияһында ла әле агитация эшмәкәрлеге башланып тора. Партия ағзалары баннерҙар элә, тауыш биреүселәр менән  осраша.Сәйәси фирҡә кандидаттары  Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидаралыҡтарҙың вәкәләтле органдарына һайлауҙа ҡатнаша.
Рәсәй Либерал демократ партияһының  төбәк бүлексәһендә 342 кандидат теркәлгән. Улар Башҡортостандың барлыҡ райондарында эшмәкәрлек алып бара. Әле агитация матераилдары баҫмаға әҙерләнә. «Тура диалог» акцияһына старт бирелгән. Тауыш биреүселәр менән осрашыуҙар үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика