Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил  Бабич менән Республика башлығы бөгөн «Башнефть-Новойл» нефть эшкәртеү  заводында һәм Башҡортостан митрополияһының яңы бинаһында булды 11.11.2016

«Башнефть-Новойл» нефть эшкәртеү  заводы углеводород сеймалынан юғары сифатлы  яғыулыҡ һәм төрлө майҙар алыу буйынса махсуслашҡан. Предприятиела 1 мең 300 тирәһе кеше эшләй. Ул Өфө нефть эшкәртеү һәм «Өфөнефтехим» заводтары менән бергә «Башнефть» компанияһы комплексына инә. Бындағы етештереү майҙансыҡтары 150 төрлө нефть продукцияһы сығара. Заводтар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Башҡортостанда етештерелгән нефть продукцияһы  Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, Үҙәк Азия  дәүләттәренә, Көнсығыш һәм Көнбайыш Европаға оҙатыла.  Завод эшкәртеү тәрәнлеге, Нельсон индексы, таҙа нефть продукттары сығарыу  буйынса  илдә алдынғы урын биләй. Технологик ҡеүәттәр Евро-5  стандарты буйынса юғары сифатлы яғыулыҡ сығарыу мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан митрополияһының яңы бинаһында инде  митрополит Никон менән осрашыу үтте.  Рөстәм Хәмитовтың  бөгөн төбәктәрҙә  төп иғтибарҙы  иҡтисадҡа  һәм  социаль өлкәгә  йүнәлтеү мотлаҡ тиеүе  менә тулыһынса килешәм, был бик дөрөҫ фекер, тине Михаил Бабич.
Осрашыуҙа, Башҡортостанда төп иҡтисади күрһәткестәрҙең  һаҡланып ҡалыуы бер нисә тапҡыр билдәләнде.  Михаил Бабич белдереүенсә Республикала  үҫеш күҙәтелә һәм киләскәтә ошо алынған курсты һаҡлап ҡалыу мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика