Рәсәй Президентының һайлауҙарҙы ғәҙел, законға  ярашлы үткәреү хаҡындағы талабы  Башҡортостан һайлау системаһы тарафынан еренә еткереп үтәлгән 12.12.2016

Был турала бөгөн Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко һайлау һөҙөмтәләре буйынса үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Тикшереү Республика участкаларының етди һәм лайыҡлы эшләүен һәм ил башлығы тарафынан ҡуйылған бурысты тейешле кимәлдә үтәп сығыуын күрһәтте.

Теркәлгән етешһеҙлектәр бер  процентҡа ла тулмай, был Башҡортостан  кеүек ҙур Республика өсөн күп түгел.  Һайлау комиссияһы дәғүәләр буйынса етди һығымталар яһаны, ҡайһы бер ғаризалар буйынса тикшереү әле булһа ла дауам итә.
Закон боҙоусыларҙы яҡлап, йәшереп тормауҙары, киреһенсә,  артабан  етешһеҙлектәргә юл ҡуймау  буйынса эш алып барыуҙары иғтибарға лайыҡ. Һайлауҙарҙы инҡар итерлек нигеҙ юҡ.
Евгений Шевченко, Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы: «Үткән  һайлау кампанияһы барышында Республикала теркәлгән етешһеҙлектәр буйынса һөҙөмтәләр яһалды, ҡайһы бер дәғүәләр буйынса  тикшереү әле лә дауам итә. Әммә  был күрһәткес Башҡортостан кеүек ҙур Республика өсөн күп түгел, бер проценттан да аҙыраҡ, киләсәктә хаталарға юл ҡуймаҫ өсөн кадрҙарҙы уҡытыу мотлаҡ».
Евгений Шевченко һайлау системаһы көткән яңылыҡтар тураһында ла әйтеп үтте. Бөтә участка комиссияларын видеокамералар менән йыһазландырыу һәм тауыш биреү һөҙөмтәләре протоколына QR коды индереү ҡарала. Был яңылыҡтар  участка комиссия ағзаларының белемен камиллаштырыуҙы талап итә.  яңы йыл байрамдарынан  һуң уҡытыу башлана.  
Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе: «Алда Рәсәй Президенты һайлауы тора,  был сәйәси кампанияны лайыҡлы үткәреү өсөн уҡытыу эшен алып барыу мотлаҡ. Беҙ был эште теркәлгән хаталарға нигеҙләнеп, уларҙан һабаҡ алып ойошторорға тейешбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика