Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны 01.12.2016

Дәүләт башлығы социаль өлкәләге ҡаҙаныштарға, иҡтисади, сәйәси проб­лемаларға, коррупцияға ҡаршы көрәшкә туҡталды. Владимир Путин Рәсәй етәкселәрен һаран булмаҫҡа, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға, халыҡ башланғыстарына теләктәшлек итергә саҡырҙы.

Йыл һайын илдә халыҡ һаны 1,7 проценҡа арта. Был Европа күрһәткестәренән юғары. «Беҙ киләсәктә лә социаль өлкәлә халыҡ мәнфәғәттәренә яуап бирерлек үҙгәрештәр алып барасаҡбыҙ» тип белдерҙе дәүләт башлығы. Рәсәй Президенты шулай уҡ ауыл хужалығына күберәк ярҙам күрһәтеү, лған дарыуҙар проблемаһы, барлыҡ дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа, хатта ауылдарҙа юғары тиҙлекле интернет үткәреү мөһимлеген дә билдәләне.
2017 йылда төбәктәрҙе, шул иҫәптән моноҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Президент Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ошо аҡсаны һөҙөмтәле файҙаланыуҙы контролдә тоторға ҡушты. Шулай уҡ Владимир Путин Хөкүмәткә 2025-се йылға тиклем илде үҫтереү планын әҙерләү бурысы йөкмәтте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика